Warning: Undefined array key 0 in /var/www/tgoop/function.php on line 65

Warning: Trying to access array offset on value of type null in /var/www/tgoop/function.php on line 65
- Telegram Web
Telegram Web
Forwarded from Kanatly 🕊️
Как родители разговаривали с нами в детстве🥰

В комментарии можно добавить еще бәбәйские слова🔆
Бер кем дә:
Бөтөнләй бер кем дә:
Башҡорттар:

▫️мин һине яратам – я тебя люблю

▫️ат яратыу – особый ритуал ухода за скаковыми лошадьми

▫️ул минең эшемде яратты - он одобрил мою работу

▫️тәбиғәт шулай яратҡан - природа так создала

▫️йоҙаҡҡа асҡыс яратыу - подбирать ключ к замку

#һүҙлек
Представляю вам общий проект нашего башкирского телеграмм-чата. По данной ссылке вы сможете найти курсы, справочники, словари, аудиокниги, сборники текстов и прочие материалы полезные для изучающих башҡорт теле

#сығанаҡтар
башҡорт теленең тамырҙары pinned «Представляю вам общий проект нашего башкирского телеграмм-чата. По данной ссылке вы сможете найти курсы, справочники, словари, аудиокниги, сборники текстов и прочие материалы полезные для изучающих башҡорт теле #сығанаҡтар»
🎄 Яңы йыл – новый год
🎄 байрам – праздник
🎄Ҡыш Бабай – Дед Мороз
🎄Ҡарһылыу – Снегурочка
🎄Ҡар бабай – снеговик
🎄шыршы – ёлка
🎄уйынсыҡтар – игрушки
🎄бүләк – подарок
🎄төн уртаһы – полночь
🎄кәнфит – конфета
🎄теләк – желание
🎄уҡа – мишура
🎄шапылдатҡыс – хлопушка
🎄бейеү – танец
🎄мөғжизә – волшебство

#һүҙлек
Поздравляем с Новый годом на башкирском

🎄Яңы йыл ҡотло булһын! – Пусть новый год будет благодатным!
🎄Яңы йыл менән! – С новым годом!
🎄Яҡынлашып килгән яңы йыл менән! – С наступающим новым годом!
🎄Яңы йыл яңы шатлыҡтар менән килһен! – Пусть новый год придёт с новыми радостями!
🎄Киләһе йылдың 365 көнө лә бәхет-шатлыҡ ҡына килтерһен. – Пусть все 365 дней наступающего года принесет только счастье и радость.
🎄Яңы йыл һеҙгә яңы шатлыҡтар, яңы ҡыуаныстар, аҡ бәхеттәр алып килһен. – Пусть новый год принесет вам новые радости, новые восторги, светлое счастье!
🎄 Барлыҡ ҡыйыу пландарығыҙ, изге теләктәрегеҙ, матур ниәттәрегеҙ тормошҡа ашһын! – Пусть все ваши смелые планы, благие желания, добрые намерения исполнятся!

#һүҙлек
Яңы йыл байрамдарында ҡайҙа барырға була, ниндәй дөйөм саралар ойошторолоуы тураһында "Культурный мир Башкортостана" сайтынан ҡарап белергә була.

Бында Республиканың һәр район-ҡалаһы, мәғәни учреждениеларының һылтанмалары күрһәтелгән.
Күңелегеҙгә теләгән сараны һайлай алаһығыҙ. https://kulturarb.ru/ru/ng-2025

Байрам менән!
❄️ ҡыш – зима
❄️ ҡышҡы тәбиғәт күренештәре – зимние явления природы
❄️ ҡар – снег
▫️өрпәк ҡар – пушистый снег
▫️ҡар күбәләктәре – снежные хлопья
▫️ябалаҡлы ҡар – снег хлопьями
▫️еүеш/епшек ҡар – мокрый снег
❄️ ҡар бөртөгө/күҙе – снежинка
❄️ көрт/ҡар өйөмө – сугроб
❄️ боҙ – лед
❄️ боҙбармаҡ/тамсы боҙо – сосулька
❄️ боҙлауыҡ – гололедица
❄️ һалҡын/һыуыҡ – холод, мороз
❄️ буран – метель
❄️ ҡар шекәрәһе/ҡаты ҡар – твёрдый наст снега
❄️ бәҫ – иней

#һүҙлек
Forwarded from Kanatly 🕊️
Мой любимый фразеологизм😄

Планирую собрать большой сборник разных высказываний, пословиц, поговорок. Выше в постах я говорила, что башкирский язык поредел, много красивых высказываний забываются. Было бы неплохо вспомнить их и пустить обратно в оборот.

Что еще нарисовать? Накидайте, пожалуйста, еще примеры в комментарии.
Forwarded from Каракош🦅
Читаю я значить научную статью:

Исследователь отмечает, что тюрки и монголы братались путем обмена доспехами, одеждой, оружием, ловчими птицами, скакунами и т.д., а также посредством объятия с обнаженной грудью - «кушак таскан» или пожатия друг друга за большой палец - «бармак уз таскан» [10. С. 109]. У казахов побратимство называлось «тамыр».
Термины 7 поколений у башкир

1 Бала — дитя, ребенок. Балам — (мое) дитя, (мой) ребенок
2 Ейән, ейәнсәр — внук, внучка
3 Бүлә, бүләсәр — правнук, правнучка
4 Тыуа, тыуасар — праправнук, праправнучка
5 Тыуаят — прапраправнук, прапраправнучка
6 Һаратан — прапрапраправнук, прапрапраправнучка
7 Етеят — прапрапрапраправнук, прапрапрапраправнучка
8 Туңаяҡ — прапрапрапрапраправнук, прапрапрапрапраправнучка
Дети у башкир
1 Бәпес, бәпәй — новорожденный ребенок, пока кормится грудью и не начнет ходить.
2 Сабый — малолетний ребенок.
3 Ҡыҙ — дочь. Ҡыҙым — (моя) дочь
4 Улы — сын. Улым — (мой) ребенок. Старинное название — уғыл, уғылым; улан, уланым.
📜 Онотолоп барған, хәҙерге бала-саға ҡулланмаған олатай, өләсәйҙәрҙең һөйләш һүҙҙәре.

Диҡҡәт – (диҡҡәт ителмәй) иғтибар итмәү, иғтибар бирмәү
Әзмәүер – эре, өлкән, ҙур
Әмәл – (әмәл түгел, әмәлең юҡ – бараһың инде), һылтау түгел, ваҡытҡа ҡарамай
Мөгәзәй – магазин
Ситәүкә – бәләкәс кенә
Мөгәрәп – баҙ
Һарҡаш – ныҡышмал
Оңҡот – артыҡ сая, хәрәкәтсән, боҙоғораҡ
Озрандап (озрандап ҡына йөрөй бахыр) – ни эшләргә белмәй, туйыр-туймаҫ ҡына
Әсмуха – үлсәү берәмеге
Әжәл – үлем
Мәрйен – ваҡ муйынсаҡ, бисер
Ҡуштан – ыңғайыңа йөрөгән кеше
Мөстән – урын еренә еткереп, яйлап эшләгән кеше
Шөрҙөк – бысраҡ
Күмәртей – бөтәһе бергә
Кәр – (кәре киткән инде ҡарттың) – көсө , хәле бөткән
Ҡурмас – ҡыҙҙырылған бойҙай
Шапата – әрһеҙ
Һәүерек – йәшкә бәләкәй ат
Кәтмән – тәпке, (кәртүк алғанда, кәтмән бир, – ти торғайнылар, кәртүк бирәләр ине)
Ширҙек – урындыҡтың таҡталарын кейҙереп ҡуя торған ағасы
Ҡыутомшоҡ – яңғыҙ, бер нәмәһе лә булмаған, балаһыҙ
Килмешәк – ситтән килеп йәшәгән кеше
Күркәм – матур, сибәр
Һиҙәп – бәләкәс төймә
Ваз кисеү – өмөтһөҙлөккә бирелеү, ташлау
Һәүетемсә – яйлап, үҙ ыңғайына ғына
Бишмәт – еңһеҙ кейем
Биштәр – арҡаға аҫып йөрөй торған моҡсай
Күнәк – биҙрә
Бешәлкәһеҙ – ҡулынан килмәгән, эшкинмәгән

Һеҙ ниндәй һүҙҙәрҙе актив ҡулланаһығыҙ

(Тимерхан Миңлеғәлиев битләүенән)
🧷 инеш һүҙҙәр/ вводные слова:

• ахыры (от ахыр - конец) – кажется, похоже, видимо
• әйтәгүр – короче говоря, в общем, словом
• әйткәндәй – к слову сказать, кстати
• әлбиттә – конечно, разумееися, естественно
• баҡтиһәң, баҡһаң – оказывается,
• бәлки – может быть, возможно, наверно
• беренсенән — во-первых; 
• билдәле булыуынса – как известно
• ғөмүмән – в общем, в целом, в основном, вообще
• ғәҙәттә — обычно; 
• киреһенсә — наоборот, напротив; 
• күрәһең — видимо, по-видимому, судя по всему, похоже; 
• ҡыҫҡаһы — словом, одним словом, короче, короче говоря; 
• мәҫәлән – например, как-то;
• минеңсә – по-моему;
• моғайын – наверное, наверно, по-видимому, очевидно;
• ниһәйәт – наконец, в конце концов;
• тәбиғи – естественно;
• тимәк – значит, следовательно, стало быть, получается, выходит;
• хәйер – впрочем, однако, тем не менее;
• шикелле, һымаҡ, кеүек (послелог) – как, вроде, подобно, будто, точно
• икенсенән — во-вторых; 
• ысынлап та — на самом деле, действительно; 
• шулай итеп — таким образом; 
• шулай булғас — раз так, тогда, в таком случае, так что, значит, следовательно; 
• ләкин, мәгәр, әммә — однако (в значении союзов но, да, зато); 
• һәм — и; 
• сөнки — потому что.

#һүҙлек
Please open Telegram to view this post
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн яҙҙың беренсе көнө!

☀️Март айына һынамыштар

🌿Мартта ҡояшлы һәм йылы булһа, яҙ шундай уҡ килер. Ҡар яуһа, икмәк уңыр. Йылы ел иҫһә – ямғырлы йәйгә. Ел төнъяҡтан иҫһә, йәй һалҡын килер.

🌿Март болоттар тиҙ йөҙһә, аҙна-ун көн матур, аяҙ һауа торошоы көтөгөҙ.

🌿Март – һоло турғайы килһә, тиҙҙән йылы, ҡоро, яҙғы көндәр етер.

🌿Мартта буран булып, көрттәр хасил булһа, йәшелсә уңыр.

🌿Мартта ҡарғалар оя-оя осоп, уҡ булып аҫҡа атылһалар – ҡар көтөгөҙ.

🌿Мартта ҡоро һауа – көндәр йылытыуға.

🌿Мартта күк йөҙө аяҙ булып та, ҡояш бик сығырға теләмәһә, һауа торошо боҙолор.

🌿Мартта ҡар төшһә, апрелдә һыуыҡ булыр.
Әгәр был көн ҡоро икән, апрелгә ямғыр көтөгөҙ.

🌿Мартта ҡар яуһа, апрель дә шундай уҡ булыр.

🌿10 мартта ала ҡарғалар тауышланһа, йәй ямғырлы килер. Әгәр ҡара ҡарғалар оя ҡорһа, тиҙҙән һауа торошо ултырыр.

🌿11 март көндө ел көньяҡтан йәки көньяҡ-көнбайыштан иҫһә – йылыта.

🌿12 мартта – йылы яҡтан иҫкән ел һәм тамсы тамыу – йылы йәйгә ишара.

🌿13 март көндө ямғыр яуһа, йәй еүеш килер. Түбәләрҙә ҡар ирей башлаһа, тиҙҙән буран булыр.

🌿14 март ниндәй – йәй шундай.

🌿15 март көндө буран йәки ел булһа, йәшел үләндәр баш төртөүен тиҙ генә көтмәгеҙ.

🌿16 март көндө турғайҙар түбә ҡалайҙарына ултырып, ҡанаттарын таҙартһа – йылы көндәр етә.

🌿17 март – ҡара ҡарғалар элекке ояларына килһә, яҙ иртә килер, һыуҙар тиҙ китеп бөтөр.

🌿18 мартта ала ҡарғалар төнъяҡҡа ҡарап оялаһа һәм ҡарҡылдашһа – көндәр һыуыта.

🌿19 мартта тумыртҡалар туҡылдаһа, һыуыҡтар оҙаҡ дауам итә.

🌿20 мартта ҡояш байығанда күк йөҙө ҡыҙғылт төҫкә керһә – ел көсәйә.

🌿21 март көндө турғайҙар килһә, яҙ килеп етте тигән һүҙ.

🌿22 март йылы булһа, 40 көн йылы торор, был көн һыуыҡ булһа, 40 көнгә һуҙылған һыуыҡтар көтөгөҙ.

🌿23 март көндө ала ҡарға томшоғон ҡанат аҫтына йәшерһә – һыуыта.

🌿24 март ала ҡарғалар тауышланып йөрөһә, һауа торошо боҙола.

🌿25 март көндө ямғыр яуһа, арыш уңа. Ала ҡарғалар ерҙән йәки ҡарҙан йөрөһә – көндәр йылыта.

🌿26 мартта ҡара ҡарғалар кисен йыйылышып, тауыш бирһә – алдағы аҙна йылы булыр.

🌿27 мартта ҡар ҡояш йылыһынан иреһә – уңышлы йыл булыр, ямғыр яуып иреһә – ҡоролоҡ.

🌿28 мартта аксарлаҡтар осоп килһә, апрель йәй кеүек булыр.

🌿29 март ниндәй – апрель шундай.

🌿30 мартта торналар килһә, кинәт йылыта. Гөрләүектәр аға башлаһа, йылғалар ташыу ҙа оҙаҡ көттөрмәҫ.

🌿31 март кисендә йондоҙҙар ғәҙәттәгенән вағыраҡ күренһә – ямғырға. Ҡоштар ояларын көньяҡҡа үрһә – йәй һалҡын килер.

"Илһамиәт" төркөмөнән.
2025/03/01 09:49:36
Back to Top
HTML Embed Code: