tgoop.com/Qazaq_Bashqort/120
Last Update:
Салауат Юлаев - батыр!
Мин киткәнгә илап ҡайғырмағыҙ!
- Ваҡыт аша тауышың сағыла,
- Мин киткәнгә илап ҡайғырмағыҙ,
Батыр ирҙәр тыуыр тағы ла!
Иламағыҙ дошман шатландырып,
Батыр ирҙәр дошман ҡыуасаҡ!
Һәм белегеҙ, ауһа берәй башҡорт,
Урынына меңәр тыуасаҡ!
Иламағыҙ, йырҙар сығарығыҙ,
Һәм данланһын барса батырҙар!
Ил йәнендә тыуған ир-егеттәр,
Халҡы өсөн йәнен атырҙар!
Иламағыҙ, беҙҙе яу ҡырҙы, тип,
Данлы тарих яҙҙы шан ирҙәр!
Һәм алда ла, иңгә-иң терәшеп,
"Ил ҡалҡаны беҙ бит!" - тиерҙәр.
Иламағыҙ, ныҡ тороғоҙ илдә,
Ҡаршы яу сабығыҙ бөркөттәй.
Һәм белегеҙ, әҙер ирек булмай,
Яулау кәрәк уны бер төптән.
Башҡорттарым, илде яҡлау кәрәк -
Һуңғы фарман менән сабығыҙ!
Мин киткәнгә илап ҡайғырмағыҙ,
Тиҙерәк батырҙарҙы табығыҙ!
© Диана Килдина.
BY "Достық" қазақ-башқұрт мәдениет клубы. "Дуҫлыҡ" ҡаҙаҡ-башҡорт мәҙәниәт клубы.
Share with your friend now:
tgoop.com/Qazaq_Bashqort/120