tgoop.com/bashbat02/8968
Create:
Last Update:
Last Update:
МӘХШӘР УРМАНЫ
Ҡарағайҙар үҫә, ҡарағайҙар,
Ҡомло ерҙә тамыр нығытып.
Әйтерһең дә, улар бер сафта
Дошманға ҡаршы тора теҙелеп.
Ямғыры ла хәтәр был урмандың
Күктән ҡурғаш яуа ҡойолоп,
Мең ярсыҡҡа онталып осҡан мина,
Ағас олондарын киҫә кәйелеп.
Ҡарағайҙың йәшел йәйектәрен,
Ҡыҙыу ялҡын бик йыш көйҙөрә.
Ут эсендә ағас ҡына түгел,
Хатта ҡорос көлгә әйләнә.
Был урмандан бар тереклек ҡаса,
Һауала мыжғый “үлем ҡоштары”.
Ошо хәтәр мәхшәр эсендә,
Уралымдың тоғро улдары.
Ярылғанда суйын йәҙрәләр,
Ҡурғаш яуған саҡта ҡойолоп,
Тирә-яҡты ут ялмаған мәлдә,
Улар алда, Ватан һағында!
"Журналист" позывнойлы яҡташыбыҙ ижады (фото авторҙыҡы).
BY Башкирский батальон
Share with your friend now:
tgoop.com/bashbat02/8968