tgoop.com/tamasha1995/867
Last Update:
Гөлсинәләрҙең кәртә артындағы өйҙә "Төтнөс" әбей йәшәне. Тәүҙә беҙ уны "Һөтнөс" икән тип уйлай торғайныҡ. Элек бит һәр кем шәхси хужалығындағы малдан хөкүмәткә һөт тапшырҙы, был инәй ҙә кис һайын һауындан һуң күнәкләп һөт алып килер ине. Беҙ уны "Һөтнөс" тигәс, Гөлсинәнең белдекле ҡиәфәт менән "Ул Һөтнөс түгел, ә Төтнөс", тип төҙәткәне әле булһа хәтерҙә. Урыҫ булһа ла, башҡортса һәйбәт аңлай ине. Улы Алеша ағай тап-таҙа һөйләшер ине башҡортса. "Төтнөс"өбөҙҙөң ысын исеме тетя Нюся икәнен дә үҫә биргәс кенә белдек.
Беҙҙең урамдың аҫҡы яғында, йәғни, Һаҡмарға алып төшкән оста беҙҙең туған тейеш Маминәйебеҙ йәшәне. Шәмсиһан инәйҙе улдары "мам" тип өндәшкәс, беҙ ҙә уны Маминәй тигәнбеҙ. Ауылдың шул яҡ осонда тағы бер туған тейеш инәйебеҙ Күркинәй була торғайны. Ысын исеме - Рабиға. Нишләп Күркинәй тигәнбеҙҙер, һаман серенә төшөнә алмайым.
Ут күршелә йәшәгән инәйҙәр беҙ бала саҡта күсеп килде. Ейәнсәре Гөлназ беҙҙән саҡ ҡына кесерәк булһа ла, бергә уйнай торғайныҡ. Уның ҡәртәсәһе беҙҙең өсөн Күршинәй булды. Уның ысын исемен әле булһа белмәйем.
Беҙҙең урамдың урта тирәһендә, идара ҡаршыһында, Һағыҙ әбей йәшәне. Ҡәртәсәйгә эйәреп һағыҙ алырға бара торғайныҡ ул инәйгә. Һағыҙ ҡайнатҡан көндәрен уның өй тирәһенән сыҡҡан төтөндән беләбеҙ. Май шикелле йомшаҡ була торғайны ул ҡайнатҡан ҡара һағыҙ.
Урамдағы барлыҡ инәйҙәрҙе барлап бөттөм икән тиһәм, Ҡара Зәйнәвинәй менән Һары Зәйнәвинәй тороп ҡала яҙған. Беҙҙең урамда ике Зәйнәп булғас, ҡушаматтары төҫтәренә ҡарап ҡушылғандыр инде. Ҡара Зәйнәвинәй шул тиклем зауыҡлы кеше булды. Магазинға ла шартына еткереп, матур күлдәген кейеп, көмөш беләҙектәрен, муйынса-алҡаларын, түшелдереген тағып, сағыу яулығын ябынып барыр ине.
Тағы ла бер ҡыҙыҡлы күренеш. Бала саҡта уҡытыусы, һатыусы, табип булып уйнарға ярата бит инде балалар. Беҙ ҙә йыш ҡына шул уйындарҙы уйнар инек. Тик беҙ "врач" булып түгел, ә "Хәбир олатай" булып уйнаныҡ. Үҙ-ара ролдәрҙе ҡул күтәреп, "мин шул", "мин был", "мин Хәбир олатай" булып уйнайым тип бүлешә инек. Хәбир олатай, тимәк, балаларға ла абруй булғандыр инде.
Хуртина тигән бер урыҫ әбейе лә йәшәй торғайны ауылда. Бик сәйер кеше ине ул. Кешеләр уны күрһә, урап ҡасты, балалар тыңлашмаһа ла, "Хуртинаға бирәм" тип ҡурҡытырҙар ине. Ниндәйерәк яҙмышлы әбей булғандыр, белмәйем, әммә ул кешенең юлын ҡыйып үтһә, юл уңмай, тиҙәр ине. Юлды ла ул махсус "ҡыя", имеш. Хәйер, үҙем дә күргәнем булды бала саҡта. Таяғына таянып, нимәлер уҡынып, һин дә мин китеп барған ябай юлсының да юлынан йүгерә-атлай арҡыры ҡыйып үтер ине...
BY «Тамаша» журналы
Share with your friend now:
tgoop.com/tamasha1995/867