tgoop.com/tamasha1995/887
Last Update:
Борондан бүре тиреһен эшкәртеп бүрек, тун тегеп – мораҙына ирешкән беҙҙең халыҡ.
"Бүреһе күп Урал тау..." – тип йырлана халыҡ йырында.
Боронғоларҙың ихласлығына, ниәт-шөғөлөнә һәм кәсебенә көнләшерлек. Һунарға йөрөп, дан ҡаҙынып, януар аулап, бынамын итеп ҡупшы ҡолаҡсын тегеп, ғорурланып йәшәгән ерле халыҡ.
Әҙәмде ниәт йәшәтә, әгәр берәй яҡшылыҡҡа ниәтең бар икән, һин был донъяның хужаһы. Изге ниәт-ғәмәл ҡылыу – ҙур сауап. Мәҫәлән, ҡолаҡсын бүректе кейергә ниәт иткәнһең икән, күпме эш башҡарырға кәрәк? Уҡ-ян, йә булмаһа мөштөк әҙерләү, саңғы йүнләү, оҙайлы һаҡланған ризыҡ етештереү һәм зирәклек һәләтен булдырыу. Йыртҡыс бүре өйөрө эҙенән һағалап барыу өсөн көс-ҡөҙрәт, сабырлыҡ кәрәк. Йыртҡысты аулағас, уның тиреһен эшкәртеп тегергә шаҡтай оҫталыҡ дарманы талап ителә!
Фотоға ҡарап, һунарсының йөҙөнән үткер күҙле, түҙемле икәнен абайлап була. Боронғоларҙың көнкүреше беҙгә үрнәк. Беҙҙең халыҡтың кәсеп-шөғөлө күп булғанға ла, башҡорт телендә 3 миллиондан ашыу һүҙ теркәлгән. Сағыштырыу өсөн, мәҫәлән, урыҫ халҡында 1 миллион 800 мең һүҙ барлығы билдәле.
Бына шулай дуҫтар, бер генә кәртишкә аша күпме информация һәм фәһемле мәғлүмәттәр, уй-кисерештәр алырға була.
Яратам мин халҡымды!!!
Мәҙинә Фазылова
BY «Тамаша» журналы
Share with your friend now:
tgoop.com/tamasha1995/887