Warning: Undefined array key 0 in /var/www/tgoop/function.php on line 65

Warning: Trying to access array offset on value of type null in /var/www/tgoop/function.php on line 65
868 - Telegram Web
Telegram Web
📻 Бөгөн "Ашҡаҙар" радиоһына - 15 йәш.

"Ашҡаҙар" радиоканалы 7 февралдә үҙенең юбилей тантанаһын үткәрә. Сара М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙасаҡ. Радио тормошонан әҙерләгән сәхнәләрҙе лә күрергә мөмкин буласаҡ. Финалда иһә йәш композитор, “Ашҡаҙар” радиоһында оҙаҡ йылдар тауыш режиссеры булып эшләп киткән Гөлйемеш Баязитова Хәсән Назар шиғырына ижад иткән көйгә рухлы гимн яңғыраясаҡ.

📌 Әйткәндәй, инеү ирекле. Теләүселәр алдан шылтыратып, урындар билдәләп ҡуя ала. Редакция телефоны 8-347-461-482.
🌺Бер ҡасан да кешенең тормошона ҡыҫылма, ҡыланыштарын тикшермә. Һин бит уның хәл-торошон, нимә уйлағанын, күңелендә ниҙәр кисергәнен белмәйһең.

🌺Ғәйбәт йөрөтмә, ғәйбәттең аяғы ҡыҫҡа.

🌺Кеше хәленән көлмә, көлә килә һөйрәй килә.

🌺Күңел ҡыйырҙай һүҙ һөйләмә, рәнйеш төшөүҙән ҡурҡ. Әйткән һүҙҙәрең үҙеңә икеләтә артып ҡайтыуы бар.

🌺Кеше тормошо менән йәшәгәнсе, үҙеңдекен ипкә һал.
Хәйерле ял иртәһе, дуҫтар!🙌
📜 Онотолоп барған, хәҙерге бала-саға ҡулланмаған олатай, өләсәйҙәрҙең һөйләш һүҙҙәре.

Диҡҡәт – (диҡҡәт ителмәй) иғтибар итмәү, иғтибар бирмәү
Әзмәүер – эре, өлкән, ҙур
Әмәл – (әмәл түгел, әмәлең юҡ – бараһың инде), һылтау түгел, ваҡытҡа ҡарамай
Мөгәзәй – магазин
Ситәүкә – бәләкәс кенә
Мөгәрәп – баҙ
Һарҡаш – ныҡышмал
Оңҡот – артыҡ сая, хәрәкәтсән, боҙоғораҡ
Озрандап (озрандап ҡына йөрөй бахыр) – ни эшләргә белмәй, туйыр-туймаҫ ҡына
Әсмуха – үлсәү берәмеге
Әжәл – үлем
Мәрйен – ваҡ муйынсаҡ, бисер
Ҡуштан – ыңғайыңа йөрөгән кеше
Мөстән – урын еренә еткереп, яйлап эшләгән кеше
Шөрҙөк – бысраҡ
Күмәртей – бөтәһе бергә
Кәр – (кәре киткән инде ҡарттың) – көсө , хәле бөткән
Ҡурмас – ҡыҙҙырылған бойҙай
Шапата – әрһеҙ
Һәүерек – йәшкә бәләкәй ат
Кәтмән – тәпке, (кәртүк алғанда, кәтмән бир, – ти торғайнылар, кәртүк бирәләр ине)
Ширҙек – урындыҡтың таҡталарын кейҙереп ҡуя торған ағасы
Ҡыутомшоҡ – яңғыҙ, бер нәмәһе лә булмаған, балаһыҙ
Килмешәк – ситтән килеп йәшәгән кеше
Күркәм – матур, сибәр
Һиҙәп – бәләкәс төймә
Ваз кисеү – өмөтһөҙлөккә бирелеү, ташлау
Һәүетемсә – яйлап, үҙ ыңғайына ғына
Бишмәт – еңһеҙ кейем
Биштәр – арҡаға аҫып йөрөй торған моҡсай
Күнәк – биҙрә
Бешәлкәһеҙ – ҡулынан килмәгән, эшкинмәгән

Һеҙ ниндәй һүҙҙәрҙе актив ҡулланаһығыҙ

(Тимерхан Миңлеғәлиев битләүенән)
📌 1️⃣2️⃣ февралдә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында тамашасыларҙың яратҡан йырсыһы Роза Аҡкучукованың тыуыуына 7️⃣5️⃣ йыл тулыу айҡанлы хәтер кисәһе уҙа. Уның йырҙары коллегалары һәм ижади дуҫтары башҡарыуында яңғырай. Тамашасылар араһында йырсының билдәле йыр символы булараҡ 💍 көмөш балдағы уйнатыла🎁.
Үткәндәге хәтирәләр

Мәрзиә апайҙың өйөнән сыҡтым да, урамды ашатлап сығайым тигәндә, Күсәбә буйлап мәктәп яғынан бер ир килгәнен күреп, туҡтап ҡалдым. Тегене көтөп торҙом. Килеп еткәс кенә таныным. Сыңғыҙ мәктәбендә уҡытып йөрөгән уҡытыусы Ильгиз Ишбулды улы Хәмитов икән. (Буранбайҙан йөрөп уҡыта).
– Мине көтөп тораһығыҙмы? – тине ул киң йылмайып.
– Эйе, һине көтөп торам. Олпат баҫып бер ир килә, юлын ҡыймайым, тип көтөп тороуым. Һин икәнһең дә.
– Элек урамда берәй ир күренһә, әбейҙәр көтөп тороп, үткәреп ебәрерҙәр ине! – тине ул. – Һеҙ ҙә шуға көтөп тороп, мине үткәреп ебәрергә булдығыҙ инде?
– Тап уртаһына баҫтың! Мин дә бит ошо ауыл балаһы, өләсәй менән үҫтем. Борон, ысынлап та, шулай булды бит!
– Элек мине, йәш егетте, институт тамамлағандан һуң, Ниғәмәт ауылына уҡытырға ебәрҙеләр. Мәктәптән сығып, урам буйлап килһәм, оло-оло инәйҙәр мине көтөп тороп, юлыңды ҡыймайыҡ тип, үткәреп ебәрерҙәр ине! Борон әбейҙәр юлда килә ятҡан берәй ирҙе күрһәләр, һеҙҙең һымаҡ көтөп тороп, үткәреп ебәрерҙәр ине!
– Эйе, шулай булды шул!
Ҡапҡанан Салауаттың башы күренде. Ҡапҡа эсендә беҙҙең һөйләшеүҙе ишетеп йөрөгән икән ул, һүҙгә ҡушылды.
– Әйтәм, әбейҙәр минең килгәнде күрһәләр, мине гел үткәреп ебәрәләр! Мин аптырай торғайным... Белмәгәйнем.
– Хәҙер белерһең инде, – тип Илгиз Ишбулдович эре баҫып атлап китеп барҙы. Мин юл аша сығып, өйөмә ыңғайланым.

P.S. Беҙҙең яҡта борон шундай йола булды. Хәҙер бындай йоланы йәштәр белмәй, әммә ҡайһы бер оло быуын кешеһе белә һәм (белдеклеләре) был ғәмәлде үтәй. Әммә был йола юғалып бара, бәлки, бөтөнләй юғалғандыр, һәр хәлдә, йәштәр белмәй. Башҡорт йолаларында хакиҡәт бар. Ирҙәрҙе ололау, хөрмәтләү зарур, уларҙың баһаһы ҙур! Һәр хәлдә, борон шулай булды...

Тәнзилә Кейекбаева
ҺӨЙӨНСӨ

💥"ТАМАША" журналының яңы һаны донъя күрҙе

📖Журналдың йөкмәткеһе менән беҙҙең сайтта таныша алаһығыҙ:👇🏻 - https://tamasha-rb.ru/news/common_material/2025-02-13/y-ns-4120528
АЛЛАҺТАН ТӘҮФИҠ ҺОРАҒЫҘ
“Балаларың тәүфиҡлы булып үҫһен!” - тибеҙ, ғәҙәттә, кемгәлер изге теләк теләгәндә. Бик матур доға ул был һүҙҙәр үҙенә күрә. “Тәүфиҡ” тигәндә, күбеһенсә, “яҡшы тәрбиә”не күҙ уңында тотабыҙ. Әммә был матур һүҙ күпкә тәрәнерәк, бөйөгөрәк мәғәнәгә эйә.
Тәүфиҡ беҙгә һулар һауа, эсер һыу, ашар ризыҡ кеүек бик кәрәк. Шуға күрә Аллаһтан һәр ваҡыт тәүфиҡ һорағыҙ. Тәүфиҡтан айырмауын үтенеп, доға ҡылығыҙ. Сөнки шунһыҙ имандан мәхрүм булыу, шайтан һәм нәфсе ҡотҡоһона бирелеү ҡурҡынысы бар.
Ниндәй мәғәнәгә эйә һуң был төшөнсә? Тәүфиҡ - ул Аллаһтың ҡолдарына ҡарата күрһәтелгән бөйөк бер ярҙамы. Ана шул ярҙам арҡаһында кеше нәфсеһе яуызлығына һәм Иблис ҡотҡоһона бирелеүҙән ары тора. Йөрәгендә Аллаһҡа ғына буйһоноу теләге көсәйә. Шулай итеп, Аллаһ кешене уға файҙа килтерерҙәй дөрөҫ юлға йүнәлтә. Раббыһының ихтыяры менән әҙәм балаһы Уның ризалығына ирешерҙәй эштәр эшләй башлай. Ул Аллаһ яратҡан эштәргә ынтыла, уларҙы оло теләк менән башҡара. Аллаһ яратҡан эштәр Уның ҡолоноң да яратҡан эштәре булып китә. Ул яратмаған эштәр иһә, ҡолоноң да күңелендә нәфрәт уята.
Тәүфиҡ - ул Аллаһтың оло бер ниғмәте. Тимәк, Ул ҡолон үҙ нәфсеһенә тапшырып ҡуймай. Уға ярҙамын күрһәтеп, дөрөҫ юлдан алып бара, эштәрен бәрәкәтле итә.
Әҙәм балаһы Аллаһтың тәүфиғына бик мохтаж. Беҙҙең иманыбыҙ ҙа, ғәмәлдәребеҙ ҙә, ғүмеребеҙ ҙә тик Уның ғына ҡулында бит.
Аллаһтың тәүфиғында булып, Уға ғына буйһоноу теләге менән янып йәшәгән кеше һәр ваҡыт ошо доғаларҙы уҡырға тейеш:
🔹“Йә муҡаллибәл-ҡүлүб ҫәббит ҡальби ғәлә диник”
/Йә йөрәктәрҙең хәлен үҙгәртеүсе! Йөрәгемде динеңдә нығыт! /
🔹“Аллаһүммә йә мусаррифәл ҡүлүб сарриф ҡулүбәнә ғәлә тағатик”
/Йә Аллаһ! Йөрәктәргә йүнәлеш биреүсе! Йөрәктәребеҙҙе Һиңә буйһоноуға йүнәлт! /
Ҡөрьәндә тәүфиҡ һүҙе “Һуд” сүрәһенең 88-се аятында килә:
«Ул (Шүғәйб) былай тине: “...Тәүфиғым Аллаһтан ғына (миңә Аллаһ ҡына ярҙам итә). Уға ғына тәүәккәлләйем, Уға ғына мөрәжәғәт итәм»
Нисек итеп тәүфиҡкә өлгәшергә һуң?
1️⃣ Ниәтегеҙ изге һәм ихлас булһын.
Ғәмәлдәрҙең уңышы ниәттән тороуын онотмайбыҙ. Уның ихлас йөрәктән сығыуы мөһим. Бар эштәребеҙ ҙә бары тик Аллаһ хаҡына ғына, Уның ризалығы өсөн булһын.
2️⃣ Һәр эштә лә Аллаһҡа тәүәккәллек ҡылығыҙ.
Һәр эштең һөҙөмтәһе тик Аллаһтан ғына.
Уның ихтияры булмаһа, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Аллаһ теләһә, әллә ниндәй ҡаршылыҡтарҙы ла йырып сығырға мөмкин.
3️⃣ Истихара тураһында онотмағыҙ.
Истихара намаҙы - сөннәт ғәмәл. Ниндәйҙер эшкә тотонор алдынан, йә ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә кәрәк булғанда уҡыла. Аллаһтан хәйерлеһен биреүен, зыянлыһынан аралауын һорау - тәүфиҡкә илткән юлдарҙың береһе.
4️⃣ Шөкөр ҡылығыҙ.
Аллаһҡа бар биргән ниғмәттәре өсөн рәхмәтле булығыҙ. Уның теләге булмаһа, ҡыл да ҡыбырлата алмаҫ инегеҙ. Барлыҡ уңышығыҙ, иманлы йәшәйешегеҙ бары тик Унан ғына бит.
5️⃣ Хәйерле ахыр һорағыҙ.
Аллаһҡа, йәнегеҙҙе мосолман итеп алыуын һорап, доға ҡылығыҙ. Ғүмерегеҙҙең ахыры изге эштәр өҫтөндә, шәһәҙәт һүҙҙәре менән тамамланыуын теләгеҙ. Әхирәттә иһә Йәннәт баҡсаларына индереүен үтенегеҙ.
Һәммәбеҙҙең дә ниәттәре гел изге, уйҙары яҡты булһын. Һәр ваҡыт хәйерлеһенә генә ынтылып йәшәйек. Һәм шуны онотмайыҡ: тәүфиҡ - бер Аллаһтан ғына.
(Нәркәс АЛСЫНБАЕВА әҙерләне.)
💕Уянғас та нимә эшләүең, бар көнөң нисек үтәсәген билдәләй.
💕Иң тәүҙә уянғаның өсөн рәхмәт әйт.
💕Ихлас йылмай.
💕Карауаттан тормай ғына аяҡтарыңды-ҡулыңды йөрөтөп ал.
💕Үҙ аяғыңда, үҙ аҡылың менән йөрөгәнгә, был яҡты донъяны күрә алғаныңа шөкөр ҡыл.
💕2-3 минутлыҡ булһа ла, зарядка эшлә.
💕Әгәр зарядка эшләгең килмәһә, үҙеңә оҡшаған көйгә бейеп ал.
💕Йылы һыу эс.
💕Көҙгөгә ҡарап йылмайып, барыһы ла яҡшы, тип әйт.
💕Тәмле итеп сәй йә кофе эсеп, үҙеңә оҡшаған бутҡаны бешереп аша.
Һәм.. әлбиттә, бәхетле бул!
Ғабдулла Ғабдрахман улы Ғиләжев 1930 йылдың 1 февралендә Башҡорт АССР‑ы Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) Ҡаңны-Төркәй ауылында тыуған. Бала саҡта етем ҡалғас, ағаһы Хәким Ғиләжевтең тәрбиәһендә үҫә.
1948 йылда Өфөлә Башҡорт театр-художество училищеһын В.Ғ.Ғәлимов, Р.Ш.Фәйзуллин курсы буйынса тамамлай.
1948 йылдан – Йомағужа колхоз-совхоз театрында, 1949 йылдан – Баймаҡ колхоз-совхоз театрынды (хәҙер – Сибай башҡорт драма театры), 1950 йылдан Ауырғазы колхоз-совхоз театрында (хәҙер – Салауат башҡорт дәүләт драма театры) актёры булып эшләй.
1951–1954 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры.
1959 йылда Мәскәүҙә А.В.Луначарский исемендәге Театр сәнғәте дәүләт институтын М.О.Кнобель, А.Д.Попов курсы буйынса тамамлай.
1959 йылдан Башҡорт дәүләт академия драма театры режиссёры һәм директоры вазифаһын үтәй. 1958 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә И.Абдуллин һәм Ш.Насиров драмаһы буйынса «Генерал Шайморатов» спектаклен ҡуя, был уның тәүге режиссёрлыҡ эше була.
1964–1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры урынбаҫары вазифаһын башҡара.
1967–1983 йылдарҙа Республика рус драма театрының баш режиссёры, бында 50-нән ашыу спектакль ҡуя. Шул уҡ ваҡытта 1960–1963 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһында, 1968–1997 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусы булып эшләй. Уның инициативаһы буйынса Йәш тамашасы театры (хәҙерге Милли йәштәр театры) яңынан ойошторола.
1997 йылдың 7 ғинуарында Өфөлә вафат була.

📌Бөгөн билдәле актёр, театр режиссёры, педагог, РСФСР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы, профессор Ғабдулла Ғиләжевтең тыуыуына 9️⃣5️⃣ йыл тулыуға арналған хәтер кисәһенә рәхим итегеҙ!
Сара 1️⃣7️⃣ февраль З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетының Ғ.Ғиләжев исемендәге Уҡыу театрында (Цюрупа урамы, 9) 17.00 сәғәттә башлана.
📚 Башҡортостанда «Китапты һөйөү менән бүләк итегеҙ» акцияһы бара. Уны З.Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалы һәм республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы менән берлектә ойоштора.

14 февралдә донъяның 40-тан ашыу илендә Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө билдәләнә. Йыл һайын республикабыҙ халҡы был акцияға әүҙем ҡушыла.

Акция барышында йыйылған китаптар «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостан филиалына, ә артабан Һуғыш ветерандары өсөн республика клиник госпиталенә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә тапшырыла.

1️⃣4️⃣2️⃣3️⃣ февралгә тиклем китаптарҙы «Китап» ҡабул итеү пункттарына килтерергә мөмкин. 2022 йылдан да алдараҡ нәшер ителмәгән, яҡшы тороштағы баҫмалар баш ҡалабыҙҙа түбәндәге адрестар буйынса ҡабул ителә:

📍«Китап» магазины, Ленин урамы, 26;
📍«Китап» киоскы, Туҡай урамы, 46;
📍«Китап» нәшриәте, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13.

Уҙған йылдарҙа акция барышында Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге Ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге, шулай уҡ Учалы, Күмертау ҡалаларында һәм Күгәрсен районында балалар өсөн ғаилә тәрбиәһе үҙәктәренә китаптар йыйылды.

Бынан тыш, Рәсәй клиник онкология йәмғиәте (RUSSCO) ағзалары менән берлектә Республика клиник онкология диспансеры өсөн бик күп китаптар тупланды. Бындай башланғыстар китап уҡыу мәҙәниәтен үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, айырым иғтибарға һәм хәстәрлеккә мохтаж кешеләрҙең рухын да күтәрә, тип хәбәр итте акцияны ойоштороусылар.
💯 "Бәхетле булғың килһә – бер ҡасан да кеше бәхетенә көнләшмә, балам! Көнсөл әҙәм бәхетле була алмай. Эсеңде ҡорт кимереп торғанда нисек бәхетле булаһың инде? Һин уйлама: ул ҡорт миндә генә икән тип, белгең килһә, ул бөтәһендә лә бар: кемдәлер ҙур, кемдәлер бәләкәй...
Тик аҡыллы кешеләр генә ул ҡортто еңә белә. Еңмәһәң, көнсөллөк эстән кимерә-кимерә үҙеңде ауырыуға әйләндерә, күңел тыныслығыңды урлай, йәшәү йәмен юҡ итә. Нисек еңергә тиһеңме? Үҙеңде башҡалар менән сағыштырма. Һинән матурыраҡ, һинән аҡыллыраҡ, һинән талантлыраҡ, һинән бәхетлерәк кешеләр менән донъя тулы. Ярыша башлаһаң – хәлең етмәҫ. Кеше тормошон күҙәтеп, кеше бәхетенә эсе янып, ғүмерең мәғәнәһеҙ үтеп киткәнен дә һиҙмәй ҡалырһың. Кеше бәхете – кеше итеге кеүек бит ул: матур, ҡупшы, әммә кейһәң – аяҡты өйкәй. Үҙ итектәреңдә атла тормош юлынан, балам."

Рәхимә Мусина
Артиллерия, квадрокоптер, технологиялар һуғышында ҡаһарманлыҡҡа урын бармы? Тыуған ил бөйөклөгө ниҙә? Ошондай һорауҙар кеше ғүмеренең ҡиммәте һәм килеп тыуған махсус хәрби операцияға бәйле хәлдең өҫтөнлөгөн күрһәтә. Спектакль яугирҙәрҙең яу яланында һәм блиндаждағы тормошон тулы кимәлдә асырға мөмкинлек бирә. «Ҡаһарман», «Хакер», «Историк», «Сәсән», «Иман», «Малыш» саҡырыулы яугир яҙмыштары, уларҙың илһөйәрлеге һәм батырлыҡтары аша һуғыш асылы күренә.

📌 М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры яҙыусы, драматург Мөнир Ҡунафин әҫәре буйынса "Бер ғүмер етмәй икән" драматик поэмаһын ҡуя. Режиссеры - Рөстәм Хәкимов.
🔥Был махсус хәрби операция тураһында Башҡортостандағы беренсе спектакль.

Премьера 20, 21 февраль! Күрмәй ҡалмағыҙ!
Нимә ул туған тел - тигән һорауға бер тапҡыр яуап биргәйнем. Ҡабатлауҙың зыяны булмаҫ.

Бөтөн башҡа милли телдәр кеүек, башҡорт теле лә ике төргә бүленә: башҡорт әҙәби тел һәм башҡорт туған тел.

Әҙәби башҡорт теле төрлө ырыуҙарҙан, мин башҡорт тип, Уралда төйәкләнгән, "Геродотлыҡ аңҡыған" (Л. Толстой) боронғо башҡортҡа һыйынған, уның бар булмышын ҡабул иткән башҡа халыҡтарҙы берләштереү өсөн булдырылған уртаҡ тел.

Туған башҡорт теле - һин тыумаҫ элек үк йәнеңә йылылыҡ биргән, ҡолағыңды наҙлаған, хәтерләүҙәр, иҫтәлектәр, йолалар менән бергә заңыңа һеңгән, ят ерҙәрҙә бер генә ауазы ла моң кеүек һиҫкәндереп ебәргән күңел теле ул. Ошо тел ул быуындарҙы- быуындарға ялғап халыҡты һаҡлай килә. Шуның өсөн тәбиғәт кешегә иҫ китмәле һәләт бүләк иткән: ул - кеше мейеһенең телдәр белеү һәләте.

Нисә тел өйрәнһәң дә өйрән, нисә телдә һөйләшһәң дә һөйләш, тик ТУҒАН ТЕЛЕҢ ИҪӘБЕНӘ булмаһын, тигән фекер һалынған баһалап бөткөһөҙ был бүләккә.

Күңелен яланғасландырма, туған теленән яҙҙырма балаңды, тигәндәр боронғолар.

Мәрйәм Бураҡаева
📚 Ғүмер - вагон. Ултырҙыңмы,
Бараһың да бараһың.
Һиҙмәйенсә үткәнеңде,
Йәшәү-үлем араһын.
Юлың оҙон, ҡыҫҡалырмы?
Белеп булмай самаһын.
Мөғжизәле тирә-йүнгә
Тәҙрәнән күҙ һалаһың.
Унда – тауҙар, сихри урман,
Әкиәти киң донъя.
Ваҡыт етмәй күҙәтергә
Поезд шәп, алға ҡыуа.
Туҡталыш һайын тулалар,
Бар әҙәмдең төрлөһө:
Керә уҫал ҡарашлыһы,
Керә – парлы, яңғыҙы.
Туғандар ҙа ултырғандар:
Береһе бүлә ҡабымын,
Ауыр саҡты күрмәҫ өсөн,
Шәбәйткән бар аҙымын.
Һинең менән дуҫтар бара:
Аҫтыртыны гел күҙләй,
Ҡайҙа, нисек батырырға
"Яҡшыраҡ" урын эҙләй.
Ысын дуҫ бара сер бүлешеп,
Өҫтөн ҡуймайса үҙен.
Һәммәһен дә барлап барам,
Ғүмер юлында күҙем.
Шул ҡыҙғаныс!.. Туҡталышта
Берәм-һәрәм ҡалалар.
Әйтелмәгән һүҙҙәр ҡала
Һирәгәйә баралар.
Ғүмер-поезд саба ғына,
Сабабыҙ үҙебеҙ ҙә.
Кемгә – ҡыйын, кемгә – яйлы
Уйламай беребеҙ ҙә.
Тын алырға ваҡыт та юҡ,
Килә барыһын уҙаһы,
Етмәгәнде еткерәһе,
Еткәнен туҙҙыраһы.
Ни көткәнен уйламайбыҙ,
Ашығып уҙа ғүмер.
Ҡайтарып булмай кирегә,
Ул – ҡәҙерле, ул – бит бер.
Һуңғы туҡталышҡа етмәй,
Әллә төшөп ҡалырға?
Донъя ҡыумай, үҙем өсөн
Бер аҙ йәшәп алырға.
Һалмаҡ ҡына аҙым менән
Урмандарҙа йөрөрмөн.
Дуҫ-туғанды барлап сығып,
Ҡәҙерҙәрен белермен.
Балалар бар, ейәндәр бар
Бер туйғансы уйнармын,
Ә һуңынан.., ә һуңынан...
Ә һуңынан уйлармын...
Бәлки, ҡабат ултырырмын
Төшөп ҡалған вагонға.
Донъя ҡыуып маташырмын
Булдыра ла алғанда.
...Поезд саба... кешеләре
Ултыра, төшә бара.
Ҡабат мин дә ултырҙым әле,
Күпме ҡалғандыр ара.
Һуңғы туҡталышҡа еткәс
Булмаҫ та инде ҡасып.
Ҡыуырҙар ҙа төшөрөрҙәр
Вагон ишеген асып.

Фәйрүзә Саяпова
Борондан бүре тиреһен эшкәртеп бүрек, тун тегеп – мораҙына ирешкән беҙҙең халыҡ.
"Бүреһе күп Урал тау..." – тип йырлана халыҡ йырында.
Боронғоларҙың ихласлығына, ниәт-шөғөлөнә һәм кәсебенә көнләшерлек. Һунарға йөрөп, дан ҡаҙынып, януар аулап, бынамын итеп ҡупшы ҡолаҡсын тегеп, ғорурланып йәшәгән ерле халыҡ.
Әҙәмде ниәт йәшәтә, әгәр берәй яҡшылыҡҡа ниәтең бар икән, һин был донъяның хужаһы. Изге ниәт-ғәмәл ҡылыу – ҙур сауап. Мәҫәлән, ҡолаҡсын бүректе кейергә ниәт иткәнһең икән, күпме эш башҡарырға кәрәк? Уҡ-ян, йә булмаһа мөштөк әҙерләү, саңғы йүнләү, оҙайлы һаҡланған ризыҡ етештереү һәм зирәклек һәләтен булдырыу. Йыртҡыс бүре өйөрө эҙенән һағалап барыу өсөн көс-ҡөҙрәт, сабырлыҡ кәрәк. Йыртҡысты аулағас, уның тиреһен эшкәртеп тегергә шаҡтай оҫталыҡ дарманы талап ителә!
Фотоға ҡарап, һунарсының йөҙөнән үткер күҙле, түҙемле икәнен абайлап була. Боронғоларҙың көнкүреше беҙгә үрнәк. Беҙҙең халыҡтың кәсеп-шөғөлө күп булғанға ла, башҡорт телендә 3 миллиондан ашыу һүҙ теркәлгән. Сағыштырыу өсөн, мәҫәлән, урыҫ халҡында 1 миллион 800 мең һүҙ барлығы билдәле.
Бына шулай дуҫтар, бер генә кәртишкә аша күпме информация һәм фәһемле мәғлүмәттәр, уй-кисерештәр алырға була.
Яратам мин халҡымды!!!

Мәҙинә Фазылова
УРАҘАҒА ӘҘЕРЛЕК
Быйыл ураҙа 1 мартта башлана. Ул ашамай йөрөү генә түгел, ә бик яуаплы ғибәҙәт. Шуға күрә уға алдан уҡ әҙерләнә торорға кәрәк.
БЫНА, МӘҪӘЛӘН, АШАҒАНЫҢ ХӘЛӘЛМЕ?
Аллаһтың рәсүле үҙ нәсихәтен иң элек беҙгә харам ашауҙың ҡурҡынысын аңлатыуҙан башланы. Ысынлап та, кешенең ҡарынына ингән харам ризыҡ уның доғаһын яуапһыҙ ҡалдыра. Нисек инде, кеше ҡулдарын күтәреп доға ҡыла, Аллаһтан нимәлер һорай, өмөтләнә, ләкин ҡорһағы тулы харам була?! Беҙ һеҙҙең менән шундай бер заманда йәшәйбеҙ: “мин мосолман” тиеүсе күп кенә кешеләр харам һәм хәләл ризыҡтарҙы бөтөнләй айырмай. Ҡайһы берҙәре, белһә лә, быға еңел ҡарай. Күп кеше, сусҡа ите булмаһа, ҡулланған ризығын хәләл тип уйлай. Теләһә ҡайҙан теләһә ниндәй һыйыр иттәре, тауыҡ иттәре һатып ала, әммә уларҙың “бисмилләһ” әйтелмәйенсә салынған мал йә ҡош ите икәнен уйлап та бирмәй.
Бер ваҡыт, никах мәжлесенә килгәс, табын уртаһында колбаса ҡушып яһалған салатты күреп, әкрен генә хужабикә янына килдем дә уны өҫтәлдән алып ҡуйыуҙарын һораным. Ул ваҡытта һатыуҙа хәләл колбасалар юҡ ине әле. Хужабикә артыҡ аптырап тормайынса: “Ҡайҙа, килтерегеҙ бында, муллалар ҡайтып киткәс ашарбыҙ”, – тине. Уның ҡыҙының никахына килгәс, доғаларыбыҙ ҡабул булһын тип, мин әҙәп менән харам нәмәләрҙе ситкә алыуҙы үтенгән инем. “Мәжлестә ҡылған доғаларыбыҙҙың ҡабул булыуы һәм балаларының имен, бәхетле тормоштары иң элек кемгә кәрәк булды икән?” тигән һорау күңелемде әле лә борсоп тора.
Аллаһ Тәғәлә Үҙ бәндәләренә бер нәмәне харам итер алдынан улар өсөн күпкә хәйерлерәк икенсе нәмәләрҙе хәләл ҡылды. Ҡайһы ғына харамды миҫал итеп килтерһәк тә, уның тирәләй хәләл булған әллә күпме ниғмәттәрҙе күрәбеҙ. Мәҫәлән, Аллаһ беҙгә зина ҡылыуҙы харам ҡылһа, алмашҡа күпкә хәйерлерәк булған ғаилә тормошон, ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәттәрҙе хәләл итте. Аллаһ сусҡа итен харам ҡылды, ләкин, күрегеҙ, сусҡа тирәләй күпме пак, хәләл булған хайуандарҙы теҙеп ҡуйҙы: һыйыр, ат, болан, мышы, һарыҡ, кәзә, ҡуян, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ, күркә, йылға һәм диңгеҙ балыҡтары һ.б. Аллаһ биргән хәләл ризыҡтарҙы рәхәтләнеп ашайһы урынға, кеше, харамын эҙләп, шуныһын ашай.
Харам ризыҡ ашау, харам кәсеп менән йәшәү, харамдан кейенеү, харамдан ғаиләңде тәьмин итеү – быларҙың барыһы ла донъя тормошон бәрәкәтһеҙ итә, Әхирәт көнөндә лә олуғ ғазаптарға сәбәп була.
Әгәр берәр нәмә һине ҡылған доғаңдың яуабынан мәхрүм итһә, тимәк, ул нәмәнән тыйылыуың, һаҡланыуың доғаңдың ҡабул булыуына сәбәптер. Харам ашау доғаның ҡабуллығынан мәхрүм итһә, хәләл ризыҡ, киреһенсә, доғаң ҡабул булыуға сәбәптер. Хәләл ризыҡ ҡулланып, хәләл тормош алып барған кешенең ризығы бәрәкәтле, ғәмәле изге, доғаһы ҡабул була, ин шәә Аллаһ.
Сәғд ибн Әби Ваҡҡас (Аллаһ унан риза булһын) сәхәбәләр араһында үҙенең доғалары ҡабул булыуы менән танылған. Кешеләр бының сере тураһында һорашҡас, ул: “Ҡайҙан килгәнен һәм ҡайҙан сыҡҡанын белмәй тороп, бер киҫәк ризыҡты ла ауыҙыма ҡапҡаным булманы”, – тигән.

Йософ хәҙрәт Дәүләтшин.
2025/03/01 13:43:57
Back to Top
HTML Embed Code: