🎁 Ҡотлайбыҙ! 💐
Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре, «Тамаша» журналының баш мөхәррире, Башҡортостан журналистар союзы рәйесе урынбаҫары Илшат Булат улы Зариповтың күркәм ғүмер байрамы - 45 йәше тулған көн. Илшат Булат улын коллегалары йыйнаҡ та, тыйнаҡ та, егәрле лә, креатив та етәксе булараҡ ихтирам итә. Кешене урын түгел, урынды кеше үҙе биҙәй. Баш мөхәррирмен тип сабатаһын түргә элеп ҡуймай, вазифа һаҡламай ғына редакциялағы ваҡ-төйәк йомоштарға саҡлы атҡарып ҡуя ул. Союздың эштәрен дә гөрләтеп алып бара. «Тамаша»ны - уҡымлы, тиражлы, сайтыбыҙҙы, «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөбөҙҙө зауыҡлы, «лайыҡ»лы итеү өсөн күп көс һала. Бынамын тигән матур ғаилә башлығы ла ул. Һөйөклө ҡатынына ышаныслы терәк, ҡыҙы һәм улына иғтибарлы, хәстәрлекле атай. Илшат Булат улына оҙон ғүмер, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, матур-матур ижади проекттар теләйбеҙ!

🫏 Ишәк менән бәхәс 🐅
Ишәк юлбарыҫҡа килгән дә:
— Үлән зәңгәр! - ти икән.
Юлбарыҫ аптырап китеп:
— Юҡ, йәшел! - тип яуаплаған. Эй бәхәсләшкәндәр былар, эй бәхәсләшкәндәр. Ахыры, кәңәш һорап хайуандар батшаһы арыҫланға бармаҡ булғандар. Ишәк алыҫтан ҡысҡырып килә икән:
— О, бөйөк батша! Үлән зәңгәр бит! Ә кем дөрөҫ уйламай, шуға бер йыл буйы өнһөҙ йөрөргә бойороҡ бир!
— Эйе, үлән зәңгәр. Юлбарыҫ бер йыл буйы һөйләшмәй йөрөйәсәк! - тигән арыҫлан.
Ишәк ҡыуанысынан һикерә-һамаҡлай ҡайтып киткән: "Үлән зәңгәр, үлән зәңгәр!"
— Һин үләндең йәшел икәнен күрәһең бит, нимә, мин хәҙер бер йыл буйы өнһөҙ йөрөргә тейешме? - тигән юлбарыҫ арыҫланға.
— Күрәм. Һинең һымаҡ аҡыллы һәм абруйлы йән эйәһе ишәк һынлы ишәк менән бәхәскә кереп, аҙаҡ алйот һорау менән миңә килергә тейеш түгел инде. Ҡайһы берәүҙәр менән һүҙ көрәштереү урынһыҙ, килешергә лә, шым ғына үҙ эшеңде эшләргә кәрәк, - тигән арыҫлан.

ВАҠЫТ ҠЫҪҠАРАМЫ?
Бала сағыбыҙҙа донъяны ҡабул итеүебеҙгә бәйле ике төрлө хәтирә. Беренсенән, беҙ бала саҡта ҡырҡ-илле-алтмыш йәштәге олатайҙар һәм инәйҙәр самаһыҙ ҡартайып, саҡ-саҡ атлап йөрөүҙәре менән иҫтә ҡалған. Хәҙер инде үҙебеҙ улар йәшенә еттек, әммә яңы йәшәй башлаған һымаҡбыҙ. Күптәр был күренеште ул саҡта тормоштоң үтә ауыр булыуы, аслыҡ-яланғаслыҡ, һуғыш афәте менән бәйләй.
Икенсенән, беҙ бала саҡта ваҡыт оҙаҡ үтә һымаҡ ине. Ҡыш килһә, яҙҙы, йәйҙе еткерә алмай бер булдыҡ, мәктәптә дәрес башланһа, тәнәфес мәңге булмаҫ һымаҡ ине. Оҙон-оҙаҡ бала сағыбыҙҙан ялҡып, тиҙерәк үҫеп еткебеҙ, ҙур донъяны күргебеҙ, тормош ҡороп балалар үҫтергебеҙ килде...
Шулайын-шулай ҙа, әммә һуңғы ваҡытта ғалимдар мәғлүмәт таралыу, йондоҙҙарҙың, ҡояштың, айҙың хәрәкәт итеү тиҙлегенә бәйләп ваҡыттың ҡыҫҡара барыуы хаҡында һөйләй башланы. Дөрөҫмө икән? Бәлки дөрөҫтөр, сөнки ваҡыт ҡыҫҡарыуы һөҙөмтәһендә беҙ бәлки ҡартайып өлгөрмәйбеҙҙер, алтмышта ла ҡырҡ йәшлек булып күренәбеҙҙер. Етмәһә, беҙҙән айырмалы рәүештә хәҙерге балалар ҙа ваҡыттың тиҙ үтеүен билдәләй, үҫеп етһәләр ҙә, ҡырҡ йәшкәсә ғаилә ҡорорға тип ынтылып тормайҙар...
Әхмәр Үтәбай,
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
1033-сө күҙәтеү

Эх, ҡышҡы тәбиғәттең хозурлығы🥰
Бөҙрә сәсле ҡайындар мамыҡ шәл бөркәнеп, зифа кәүҙәләрен һығылдырып килешле генә пальто кейгәндәр; бәһлеүән ҡарағайҙар ҡыҫҡа билле һырмаларын һорғолт ҡайыш менән һыға бәйләп олпат ҡына теҙелеп баҫҡандар; һылыуҡай шыршыларҙы күр һин! Ундай затлы, ҡуйы йәшел төҫтәге тун батшаларҙың үҙендә лә булмағандыр ул хатта; уҫаҡтар иһә миңә эшлекле ҡатындар кеүек күренә, күп йыуыуҙан уңа төшкән күкһел куфайка кейгән, таушалған шаҡмаҡлы яулыҡ ябынғандай улар; йөҙйәшәр ҡарағастар түбәтәйле, бишмәтле аҡһаҡал бабайҙарҙы хәтерләтә; сағандар, миләш һәм башҡа ағастар, ҡыуаҡтар күҙе уйнап, осҡоно борлап торған йәш-елкенсәк һымаҡ, уларҙың кейенгәне лә сағыу, еңел, заманса мудалы😁
Аҡлы-ҡаралы ҡарға төрөнгән мәғрур тауҙар, ғорур ҡаялар, боҙ ябынып серем иткән йылғалар, шул матурлыҡты йырып алға юрғалаған бормалы юлдар, эхх!..
Баймаҡтан уҡ беҙҙең менән бергә юлға сыҡҡан томан зерә шаян булып сыҡты, ҡапыл килеп йоторҙай булып өҫкә ябырыла ла, шаян юрғалап юҡҡа сыға, йә иһә ситтән генә беҙҙең менән ярыша, бара торғас шыпа юҡҡа сыға ла юлдың бер бормаһында кире килеп ҡушыла😁
Гүзәл Мурзаева

Тормош йәме, йәшәү ғәме
Был донъяла һәр ваҡытта
Ниҙер етмәй кешегә.
Селләлә эҙләй йылы ер
Ямғырҙан һуң күшегә.
Ҡыш етһә йәйен һағына
Көҙ етһә тәмле мәлен.
Ваҡыт ҡына һис йәлләмәй
Башҡара үҙ ғәмәлен.
Көндө төнгә алмаштырып
Таң ата ла кис етә.
Был тормоштан ниҙер көтөп
Ғүмерҙәр шулай үтә.
Рәхмәт әйтеп йәшәйексе
Яңы тыуған һәр көнгә.
Ҡәнәғәтлек ҡылып ҡына
Яҙмыш яҙған хөкөмгә.
Баймырҙина Римма
Был донъяла һәр ваҡытта
Ниҙер етмәй кешегә.
Селләлә эҙләй йылы ер
Ямғырҙан һуң күшегә.
Ҡыш етһә йәйен һағына
Көҙ етһә тәмле мәлен.
Ваҡыт ҡына һис йәлләмәй
Башҡара үҙ ғәмәлен.
Көндө төнгә алмаштырып
Таң ата ла кис етә.
Был тормоштан ниҙер көтөп
Ғүмерҙәр шулай үтә.
Рәхмәт әйтеп йәшәйексе
Яңы тыуған һәр көнгә.
Ҡәнәғәтлек ҡылып ҡына
Яҙмыш яҙған хөкөмгә.
Баймырҙина Римма
Ялҡау кешенең 🔟 һылтауы:
1️⃣Мин булдыра алмайым.
Эшкә тотоноп та ҡарамайынса «булдыра алмайым» тип әйтеү ул үҙ ялҡаулығыңды инҡар итеп маташыу. Ялҡау кеше үҙен йәлләүсән була. Әлбиттә, бик һирәктәр генә үҙенә «ялҡау» тигән мөһөр бирә. Ялҡауҙарҙың 60 % үҙен ялҡау тип һанамай, 30 % үҙенән көсһөҙ йән «яһап» яуаплылыҡтан ҡаса.
2️⃣Уйҙар һаҙлығында батыу.
Егәрле эш менән мәшғүл саҡта, ялҡау ҙур идеялар менән янып ятыуын дауам итә. Йәнәһе лә, үҙенең «йондоҙло» сәғәтен көтә. Әммә уйҙарҙың осһоҙ-ҡырыйһыҙ икәнен оноторға ла ярамай. Берәй күңелеңә ятҡан яҡшы уй килдеме башыңа, тот та эшләп ҡара.
3️⃣Иртәгә лә көн бар.
Ялҡауҙар бөтә эште иртәгәге көнгә ҡалдырыусан. Егәрле кеше ниәтен шунда уҡ атҡарып ҡуя. Ялҡауҙар ғына иртәгә спорт менән шөғөлләнә башлай, иртәгә эш эҙләргә тотона, иртәгә дөрөҫ туҡланыуға күсә... Иртәгә, иртәгә, иртәгә...
4️⃣Мин әҙер түгел.
«Мин әҙер тугел» тейеүҙең сәбәбе ҡурҡаҡлыҡ та булырға мөмкин, әлбиттә. Әммә күп осраҡта ялҡауҙар эшкә тотоноп китә алмауҙарын шулай тип аҡлай.
5️⃣Һуңланым...
Ялҡау үҙенең ялҡаулығын хәленән килгәнсә инҡар итә. «Мин ялҡау» тип әйтергә лә көс кәрәк бит әле ысынында. Ялҡау кеше тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртергә бер генә аҙым да яһамайынса, «минең йәштә инде һуң» тип анһат ҡына ҡотолоу яғын ҡарай.
6️⃣Булмай...
Беренсе уңышһыҙлыҡтан уҡ юлын кире борған кешене ялҡау тимәй кем тип атарға була?
7️⃣«Аҡсалы» ялҡау.
Был төр ялҡауҙар үҙҙәренең ялҡаулығын бер ҡасан да танмай. Ашарға бешерергә иренеп, пицца, суши кеүек әйберҙәрҙе өйөнә килтереп киткәндәрен көтөп ятыусы ҡатындар, машина тәгәрмәсен дә үҙе алыштырырға йыбанған ирҙәр күбәйҙе хәҙер. Кешелек яйлап үҙ ахырына яҡынлаша, тимәк. Ҡул менән дә, баш менән дә эшләргә теләмәүселәр заманы етте.
8️⃣Миңә тиҙ кәрәк.
Уңыштарға юл - баҫҡыс буйлап йәйәүләп, тирә-яғыңа ҡарана-ҡарана, ялға туҡтай-туҡтай яйлап ҡына өҫкә үрмәләү ул. Күпкә өлгәшер өсөн аҙҙан башламайынса булмай. Ялҡауҙар бындай юл үтергә әҙер түгел. Улар эште йәһәт генә, ашыҡ-бошоҡ атҡарып, ары ятыу яғын ҡарай.
9️⃣Интернет.
Интернет күптәргә «килеште» инде. Ысынбарлыҡтан ваз кисеп, Интернет донъяһына башкөлләйе менән сумған кешене «ауырыу» тип әйтергә лә тел әйләнмәй. Интернетта байҙарҙың тормошона һоҡланып, үҙенең ғүмере заяға уҙғанын һиҙәме икән улар? Көпә-көндөҙ телефон тотоп ятыусы бәндәләрҙе ялҡау тимәй кем тиергә тағы?
🔟Файҙа юҡ.
Ялҡау кеше, беренсенән, үҙе белеп эшләмәй. Икенсенән, мәҫәлән, иҙән йыуырға ҡушһаң, «Уны нишләп йыуырға, ике көндән тағы бысраясаҡ» тип яуап бирәсәк. Бындай ҡатын менән йәшәүе бигерәк тә афат. Ҡатын-ҡыҙҙың барлыҡ эше бер нисә минуттан һөҙөмтәһе «юҡҡа сына» торған эштән ғибәрәт: ашарға бешерәһең - ашап бөтәләр; кер, иҙән йә һауыт-һаба йыуаһың - бысраталар.
Юғарыла әйтелгәндәр менән килешәһегеҙме, дуҫтар? Бәлки, шундай кешеләргә үҙ яуабығыҙ табылыр?
("Атайсал" гәзитенән)

Бөгөн мутлашыусылар мине Госуслуги аша алдарға маташтылар. Башта "Һеҙҙең кабинетҡа доверенность һорап ғариза килде. Әгәр һеҙ унда запрос эшләмәгән булһағыҙ, тиҙ генә ошо ике телефонға шылтыратығыҙ", - тигән СМС килде. Борсолоп китһәм дә, мутлашыусыларҙыр тип, шылтыратманым. 5 минутлап ваҡыт үткәс, шылтыраталар:
- Беҙ һеҙгә СМС ебәрҙек, ә һеҙ яуап бирмәйһегеҙ.Мин Госуслуги хеҙмәткәре, бына минең ФИО, бына танытмам номеры. Мутлашыусыларҙы туҡтатырға кәрәк.
- Улай булғас, хәҙер счеттарымды бикләйем дә МФЦ-ға барам, -тим тегегә ышанып етмәй.
- Унда барып йөрөгәнсе ваҡыт үтә, бына мин әйткәнсә аҙымлап эшләһәгеҙ, беҙ уларҙы туҡтатабыҙ.
Телефонды һүндерәм.
Был тағы шылтырата:
- Ниңә ташлайһығыҙ?
Тағы һүндерәм.
Өсөнсө тапҡыр шылтырата, ярһып ҡысҡыра:
- Ниңә ташлайһығыҙ, тиҙерәк туҡтатырға кәрәк бит.
Мин Госуслугиға пароль аша инергә маташам, нишләптер аса алмайым.
Шунан инде тиҙ генә банкыға барып, счеттарҙы бикләп, МФЦ-ға киттек.
Ҡыҫҡаһы, бер кем дә кабинетҡа инмәгән. Күрәһең, ҡурҡытып, минән үҙҙәренә кәрәк операцияларҙы эшләтергә булғандар.
Улар ҡушҡанды үтәһәм, ысынлап мутлашыусыларға ишек асыр инем.
Гүзәл Ситдиҡова

💫 БӘХЕТЕҢДӘН — ТАМАША !
Минең әле осаһым бар,
Осаһым бар йыр аша.
Тик ниндәй йырҙар осрай бит,
Бәхетеңдән — тамаша!
Яңы дуҫтар табаһым бар
Киң күңел, сафлыҡ аша.
Тик ниндәй дуҫтар осрай бит,
Бәхетеңдән — тамаша!
Минең дә йәр һөйәһем бар
Йыр ҙа, моң да нур аша.
Тик ниндәй йәрҙәр осрай бит,
Бәхетеңдән — тамаша!
Йәр ташлаһа,
Йыр һынатһа
Абындиһәм дуҫ аша,
Барыһын яңынан башлармын,
Бәхетемдән — тамаша!
Теләгәнем раҫтан килеп,
Барыһы бәхеттән ашһа,
Ай, ниҙәр ҡылырмын икән? —
Бәхетемдән — тамаша!
Рәмзилә ХИСАМЕТДИНОВА
Минең әле осаһым бар,
Осаһым бар йыр аша.
Тик ниндәй йырҙар осрай бит,
Бәхетеңдән — тамаша!
Яңы дуҫтар табаһым бар
Киң күңел, сафлыҡ аша.
Тик ниндәй дуҫтар осрай бит,
Бәхетеңдән — тамаша!
Минең дә йәр һөйәһем бар
Йыр ҙа, моң да нур аша.
Тик ниндәй йәрҙәр осрай бит,
Бәхетеңдән — тамаша!
Йәр ташлаһа,
Йыр һынатһа
Абындиһәм дуҫ аша,
Барыһын яңынан башлармын,
Бәхетемдән — тамаша!
Теләгәнем раҫтан килеп,
Барыһы бәхеттән ашһа,
Ай, ниҙәр ҡылырмын икән? —
Бәхетемдән — тамаша!
Рәмзилә ХИСАМЕТДИНОВА
Борон-борон заманда, мин бәләкәй булғанда, мәктәбебеҙ ағас саҡта, мейестәр утын менән йылытылған ваҡытта булды был ваҡиға.
Һәр кластың аҡбалсыҡ менән ағартылған мейесе эре генә түрҙә ултыра ине. Эрелеге оҙаҡҡа бармай, тәнәфестә балалар уратып уйнай башлаһа, класс аҡ саңға бата, ә мейестең төҫө боҙола ине.
Шул мейес өсөн утынды техничкалар әҙерләй ине. Алып ҡайтҡан утынды ҙур класс уҡыусылары бысып яра ине.
Арҡыры бысҡы менән шаж-шож килә инеләр столярка эргәһендә.
Нисектер беҙҙең класҡа утын бысыу бер генә тура килде. Бишенсе класта уҡый инек. Октябрь айы ине. Ул көндө ҙур кластар дәрес уҡыманы. Арҡыры бысҡы тотоп килдек.
Хатта һәйбәт эшләнек. Арыу тигән нәмә лә һиҙелмәне. Күп эшләһәк тә, бысылмаған утын күп ине.
Нисектер бер миндә генә ҡул сәғәте булып сыҡты. Уны ла Лилиә апайым бер көнгә генә биреп торғайны. Директор Мөхәммәт авый минән сәғәт нисә, тип һорағайны. Мин ,,бер" тинем. Арығанһығыҙҙыр, тип ҡайтарыр ебәрҙе.
Мөхәмәт авый иртәгәһенә мине директорскийға саҡыртып әрләне. Мине алдап әйткәнең сәғәтте, тей ҙә ҡуя. Учительскийҙың сәғәтен инеп ҡараһа, ул сәғәт 12 күрһәткән. Тағы бер сәғәт эшләһәк, әллә күпме утынды бысыр инек, тей.
Ысынлап әйтәм, сәғәт бер ине. Алдаманым. Сәғәт ҡарай белә инем. Нисек шулай килеп сыҡҡандыр🤷🤷🤷
Ә минең сәғәтем, ысынлап та, берҙе күрһәтә ине.😔😔😔.
(Фирүзә Хөсәйенова-Әбдрәхимова)

📽️«Атайсал" мәҙәни үҙәге кино ҡарарға саҡыра
🎞️2024 йылдың 21 декабренән 2025 йылдың 15 февраленә тиклем «ҡыҫҡа метражлы кино көндәре» ЭХО - кинофестивале сиктәрендә Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында төрлө локацияларҙа коммерцияға ҡарамаған кино күрһәтеүҙәр үтә: кинотеатрҙарҙа, барҙарҙа, театрҙарҙа, университеттарҙа, китапханаларҙа, мәктәптәрҙә, интернет-порталдарҙа, сауҙа үҙәктәрендә, музейҙарҙа, коворкингтарҙа, арт-киңлектәрҙә.
Өфөлә махсус күрһәтеү майҙансыҡтарының береһе - «Атайсал» мәҙәни үҙәге, унда теләгән һәр кем Горький киностудияһының ҡыҫҡа метражлы фильмдарын бушлай ҡарай ала. Студенттарҙы, Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын саҡырабыҙ!
📅 Башлана: 31 ғинуар,12.00 сәғәттә
📍 Адресы: Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17. Инеү ирекле.
✅Түбәндәге фильмдар күрһәтелә:
- «(Не)скучный Новый год» (Россия и Беларусь, 2024);
- «Пятничный плов» (Россия и Узбекистан, 2024);
- «На грани» (Россия и Турция, 2024);
- «Маски» (Россия и Сербия, 2024);
- «Солнце и Луна» (Россия и Казахстан, 2024);
- «Ветер гор» (Россия и Армения, 2024).

БӘХЕТЕҢДӘН — ТАМАША!
Минең әле осаһым бар,
Осаһым бар йыр аша.
Тик ниндәй йырҙар осрай бит,
Бәхетеңдән — тамаша!
Яңы дуҫтар табаһым бар
Киң күңел, сафлыҡ аша.
Тик ниндәй дуҫтар осрай бит,
Бәхетеңдән — тамаша!
Минең дә йәр һөйәһем бар
Йыр ҙа, моң да нур аша.
Тик ниндәй йәрҙәр осрай бит,
Бәхетеңдән — тамаша!
Йәр ташлаһа,
Йыр һынатһа
Абындиһәм дуҫ аша,
Барыһын яңынан башлармын,
Бәхетемдән — тамаша!
Теләгәнем раҫтан килеп,
Барыһы бәхеттән ашһа,
Ай, ниҙәр ҡылырмын икән? —
Бәхетемдән — тамаша!
Минең әле осаһым бар,
Осаһым бар йыр аша.
Тик ниндәй йырҙар осрай бит,
Бәхетеңдән — тамаша!
Яңы дуҫтар табаһым бар
Киң күңел, сафлыҡ аша.
Тик ниндәй дуҫтар осрай бит,
Бәхетеңдән — тамаша!
Минең дә йәр һөйәһем бар
Йыр ҙа, моң да нур аша.
Тик ниндәй йәрҙәр осрай бит,
Бәхетеңдән — тамаша!
Йәр ташлаһа,
Йыр һынатһа
Абындиһәм дуҫ аша,
Барыһын яңынан башлармын,
Бәхетемдән — тамаша!
Теләгәнем раҫтан килеп,
Барыһы бәхеттән ашһа,
Ай, ниҙәр ҡылырмын икән? —
Бәхетемдән — тамаша!
😂Кәбеҫтә🥬
😀Рәмистең тағы бер эшкә киткән мәле ине. Ҡайным менән эш буйынса Сибайға барҙыҡ. Эйәртенешеп улай-былай йөрөнөк тә, ҡайтырға сыҡтыҡ.
Юлда ҡайным әйтә :"Килен, анау ауылға инеп кәбеҫтә алып ҡайтайыҡ. Кәбеҫтәһе һутлы, тәмле була, тоҙларға яҡшы", - тей инде. "Ярар", - тинем инде, хотя минең яуап все равно бер нимә лә решать итмәй, беҙ уже ауылға боролоп инеп киттек😀
Осо-ҡырыйы булмаған кәбеҫтә яланына килеп туҡтағайныҡ, хужа унда юҡ икән. Өйөнә барҙыҡ. Ҙууур гаражмы, әллә склад тейемме икән, эсе тулы кәбеҫтә. Ҡайным мул һөйләргә яратҡан кеше: "150 кг кәбеҫтә кәрәк", - тине лә, ыңғайы бер миңә: "Ана, бар, әйҙә тейә", - тип фарман биреп тә ебәрҙе.
Мин, тыңлаусан килен, йүгерә-атлай, ике ҡултыҡҡа ике кәбеҫтә ҡыҫтыра-ҡыҫтыра машинаға ташый башланым. Эстән генә: "Үңәсең элмәйә икән былай булғас, ул 150 килоны ҡасан ташып бөтәм инде?" - тип уйлап йөрөп ятам. Ә теге кәбеҫтә батшаһы менән ҡайным гәпләшеп бер ҡырҙа торалар.
Бер заман теге ағай эйәк менән генә минең яҡҡа ымланы ла: "Был еңгәй буламы?" - тейсе😱🤣🤣🤣
Мин төҙ генә йүгерекләп китеп барған ерҙән киттем эләгеп, ҡултыҡтағы кәбеҫтәләр китте һәр береһе һәр яҡҡа тәгәрәп. Мин һөрлөгөп киткәнгә туфли китте айырылып, кәбеҫтәне эйелеп алам тигәнсе башым менән машинаның ишегенә төкөп, китте күҙҙән осҡон сәсрәп. Эстән генә: "Ашамағаның кәбеҫтәме, мәсекәй", - тип үҙемде әрләйем.
...Иҫемде йыйғанда ҡайным: "Ыста, юҡ, юҡ, бәләкәй малайҙыҡы килен, бергә йәшәйбеҙ, малай северҙа эштә", - тип аңлатып маташа ине. Теге ағай еще: "Әллә хәҙерге йәштәрҙе кем белә", - тип өҫтәп ҡуйҙы😆😆😆 ҡайтҡансы ләм-мим һөйләшмәй ҡайттыҡ. Маңлайҙы күптереп🤕 туфлиҙы айырып👡👣 кәбеҫтә һатыусының еңгәһе👀 була яҙып ҡайтып индем 🚶♀️
Ҡайныма гел генә эйәрҙем дә йөрөнөм, белмәгән кеше шулайтып әллә нимәләр уйлап тороп ҡалалыр инде. Бынау ҡатынҡай ҡалайтып ҡына йөрөп ята, тейҙәр микән, әстәғәфируллаһ🙊
(Зөлфирә Таһирова)

ҠУШАМАТТАР
Бер көндө бала саҡ хәтирәләренә төшөп, апай-инәйҙәрем, ауылдаштарым тураһында иҫләп ултырҙым. Исемдәрҙе барлай торғас, ҡыҙыҡ ҡына бер күренеш иҫкә төштө: баҡтиһәң, һәр кемдең исеме менән йәнәш ниндәйҙер ҡушаматы ла бар икән.
Беҙҙең урамда бер нисә өй аша саҡ ҡына остараҡ йәшәгән Зәлифә инәйҙе "ағинәй" тип йөрөттөк. Һәр ваҡыт тиерлек аҡ яулыҡ ябынып йөрөгән ап-аҡ йөҙлө инәйҙең йорто ла "аҡ" ине. Яҙ етеү менән урам яғына ҡараған баҡсаһы шау алмағас сәскәһенә күмелер ине. Үҙе лә кешегә, бигерәк тә балаларға ҡарата йомшаҡ булды. Бер ҡасан да шуҡлыҡтарыбыҙ өсөн әрләп, бәҫ төшөрөп йөрөмәне, уны ололар ҙа, беҙ ҙә ихтирам иттек, шул ихтирам тигән төшөнсә уның алдында беҙҙе лә тыйнаҡ иткәндер, тип уйлайым хәҙер. Ағинәйҙең ысын исеме Зәлифә икәнен ҙурайғас ғына белдем.
Күрше Гөлсинә әхирәтемде атаһы Бүләк олатай мәрхүм гел генә Гөлсинтәй тип йөрөттө. Ағалары ла шулай өндәште.
Гөлсинәләрҙең күршеһендәге бәләкәс генә аҡ өйҙә сал сәсле, ҡартайыуҙанмы, баҫылыуҙанмы бер аҙ кәкрәйә төшкән әбей йәшәй торғайны. Гөлйөҙөм булғандыр инде исеме, беҙ уны Гөлгөзөм ти торғайныҡ. Гөлгөзөм инәйебеҙ япа-яңғыҙ ине. Балалары булманы. Бабайы уны һаран булғаны өсөн айырған, ти торғайнылар. Тамаҡҡа ҡыҫмырыраҡ булған Гөлгөзөм инәй. Майҙы ла бармаҡ осона элеп, батмус ситенә яғып ҡына бирер булған ҡартына. Беҙ, балалар, уның һаранлығын тойманыҡ былай. Ҡәртәсәйгә эйәреп барғанда кәнфит-маҙар тотторғанын да хәтерләмәйем. Иллә-мәгәр матур йәшәне, ике генә бөртөк гөл үҫтерҙе, икеһе лә ап-аҡ сәскә атҡан ярангөл ине.

Гөлсинәләрҙең кәртә артындағы өйҙә "Төтнөс" әбей йәшәне. Тәүҙә беҙ уны "Һөтнөс" икән тип уйлай торғайныҡ. Элек бит һәр кем шәхси хужалығындағы малдан хөкүмәткә һөт тапшырҙы, был инәй ҙә кис һайын һауындан һуң күнәкләп һөт алып килер ине. Беҙ уны "Һөтнөс" тигәс, Гөлсинәнең белдекле ҡиәфәт менән "Ул Һөтнөс түгел, ә Төтнөс", тип төҙәткәне әле булһа хәтерҙә. Урыҫ булһа ла, башҡортса һәйбәт аңлай ине. Улы Алеша ағай тап-таҙа һөйләшер ине башҡортса. "Төтнөс"өбөҙҙөң ысын исеме тетя Нюся икәнен дә үҫә биргәс кенә белдек.
Беҙҙең урамдың аҫҡы яғында, йәғни, Һаҡмарға алып төшкән оста беҙҙең туған тейеш Маминәйебеҙ йәшәне. Шәмсиһан инәйҙе улдары "мам" тип өндәшкәс, беҙ ҙә уны Маминәй тигәнбеҙ. Ауылдың шул яҡ осонда тағы бер туған тейеш инәйебеҙ Күркинәй була торғайны. Ысын исеме - Рабиға. Нишләп Күркинәй тигәнбеҙҙер, һаман серенә төшөнә алмайым.
Ут күршелә йәшәгән инәйҙәр беҙ бала саҡта күсеп килде. Ейәнсәре Гөлназ беҙҙән саҡ ҡына кесерәк булһа ла, бергә уйнай торғайныҡ. Уның ҡәртәсәһе беҙҙең өсөн Күршинәй булды. Уның ысын исемен әле булһа белмәйем.
Беҙҙең урамдың урта тирәһендә, идара ҡаршыһында, Һағыҙ әбей йәшәне. Ҡәртәсәйгә эйәреп һағыҙ алырға бара торғайныҡ ул инәйгә. Һағыҙ ҡайнатҡан көндәрен уның өй тирәһенән сыҡҡан төтөндән беләбеҙ. Май шикелле йомшаҡ була торғайны ул ҡайнатҡан ҡара һағыҙ.
Урамдағы барлыҡ инәйҙәрҙе барлап бөттөм икән тиһәм, Ҡара Зәйнәвинәй менән Һары Зәйнәвинәй тороп ҡала яҙған. Беҙҙең урамда ике Зәйнәп булғас, ҡушаматтары төҫтәренә ҡарап ҡушылғандыр инде. Ҡара Зәйнәвинәй шул тиклем зауыҡлы кеше булды. Магазинға ла шартына еткереп, матур күлдәген кейеп, көмөш беләҙектәрен, муйынса-алҡаларын, түшелдереген тағып, сағыу яулығын ябынып барыр ине.
Тағы ла бер ҡыҙыҡлы күренеш. Бала саҡта уҡытыусы, һатыусы, табип булып уйнарға ярата бит инде балалар. Беҙ ҙә йыш ҡына шул уйындарҙы уйнар инек. Тик беҙ "врач" булып түгел, ә "Хәбир олатай" булып уйнаныҡ. Үҙ-ара ролдәрҙе ҡул күтәреп, "мин шул", "мин был", "мин Хәбир олатай" булып уйнайым тип бүлешә инек. Хәбир олатай, тимәк, балаларға ла абруй булғандыр инде.
Хуртина тигән бер урыҫ әбейе лә йәшәй торғайны ауылда. Бик сәйер кеше ине ул. Кешеләр уны күрһә, урап ҡасты, балалар тыңлашмаһа ла, "Хуртинаға бирәм" тип ҡурҡытырҙар ине. Ниндәйерәк яҙмышлы әбей булғандыр, белмәйем, әммә ул кешенең юлын ҡыйып үтһә, юл уңмай, тиҙәр ине. Юлды ла ул махсус "ҡыя", имеш. Хәйер, үҙем дә күргәнем булды бала саҡта. Таяғына таянып, нимәлер уҡынып, һин дә мин китеп барған ябай юлсының да юлынан йүгерә-атлай арҡыры ҡыйып үтер ине...

Кәшиф олатайымдың көтмәгән-уйламаған ерҙән нисек "Көшөлөк олатай" булып киткәненә үҙем шаһит булдым. Өләсәйҙәремдә йәйге ялда инем. Күрше ҡыҙҙар менән күлгә һыу инергә киттек. Әхирәтебеҙ Рәүфәнең иң бәләкәс һеңлеһе Нәзифәне лә эйәрттек. Кәшиф олатай беҙҙе ат менән килеп алырға тейеш ине. Күл йыраҡ ҡына, байтаҡ барҙыҡ. Арлы-бирле күл ситендә ләмле һыуҙа сарпынған булдыҡ та, ҡайтырға әҙерләндек. Бәләкәй Нәзифә лә арыны, күп булһа, ике-өс йәш булғандыр уға. Ҡайтырға сыҡтыҡ. Кәшиф олатай, килеп алам, тигәс, көтәүелләп кенә атлайбыҙ, арытҡан да. Шунда Нәзифә асылыр-асылмаҫ теле менән: "Көшөлөк олатай һаман юҡсы..." - тип ҡуйҙы. Беҙ, ҙурыраҡ ҡыҙҙар, мәҙәк күреп, әй көлгән булабыҙ, күңелле булып китте, ҡайтып еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ. Көшөлөк олатай беҙҙе икенсе ерҙән эҙләп йөрөгән булып сыҡты...
Ҡәртәсәйҙең исеме Ғилмикамал, өләсәйҙеке - Ғәлиә, ҡартатайҙыҡы Әнүәр икәнен дә үҫкәс кенә белдем. Ҡәртәсәйҙе Дәззәй (моғайын да, дәү әсәйҙән киләлер) тип йөрөттөк. Быныһы иһә туғанлыҡ төшөнсәләренә иғтибар ҙа, ихтирам да тураһында һөйләйҙер. Кешене исемләп түгел, ә туғанлыҡ ептәре буйынса үҙ теүәллегендә атағанбыҙ, шунлыҡтан исем-шәрифен дә белмәгәнбеҙ. Әлбиттә, үҫә төшкәс, исемдәрен дә белдек, шулай ҙа бала саҡтан нисек ғәҙәтләнгәнбеҙ, шулай өндәштек үҙҙәренә. Исемен боҙоп әйтелгән ҡушматтарҙан тыш, тотош ғаиләгә, тоҡомға ҡушылған ҡушаматтар ҙа була бит әле. Улары иһә ниндәйҙер тарихҡа бәйләнгән була икәнен дә беләбеҙ.
"МОРАҘЫМ" гәзитенән